Ғинуар таңын яҡтыртып тыуған бала, Бөгөн нурлай бөтә ил күген!
Апрель 6, 2020
Просмотров: 15
Атаҡлы башҡорт шағиры, дәүләт эшмәкәре, музыкант, телмәр оҫтаһы Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы мәктәбебеҙҙә әҙәби –музыкаль сара үткәрелде. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Самат ҡыҙы шағирҙың тормошо һәм ижады менән ентекләп таныштырҙы, уҡыусылар шағирҙың шиғырҙарын ятланылар, йырҙарын тыңланылар, Булат Йосоповтың ”Бабич” фильмын ҡаранылар. Сара барыһына ла бик оҡшаны.