Ҡышҡы Шүлгәнташҡа сәйәхәт
Шүлгәнташ мәмерйәһе ҡыш көнө бигерәк матур һәм серле була. Шул матурлыҡты күреп һоҡланып, ҡурсаулыҡтың саф һауаһын һулап, Шүлгән шишмәһенең шифалы һәм иҫ киткес тәмле һыуын эсеп, көс алып ҡайтты алтынсылар. Мәмерйәгә инеү юлында боҙбармаҡтар балҡып үҫеп ултыра. Улар фонарҙарҙан төшкән яҡтылыҡҡа серле балҡып иғтибарҙы йәлеп итәләр. Туристар боҙмармаҡтар янында фотоға төшөргә ярата. Яңылыш ҡына ҡағылһаң, боҙ статуэткалар йығылырға әҙер торалар. Мәмерйә эсе йылы. Меңәр йыллыҡ тарихы булған серле таш өй эсе мөғжизәгә бай. Ҡайҙа ҡарама, халҡыбыҙҙың тарихи эпостарында, легендаларында йәшәгән образдар ҡарап тора кеүек. Һәр килгән кешене күңелле йырлап ҡаршы алған, оҙатып ҡалған Шүлгән йылғаһы янында балалар оҙаҡ ҡына булдылар: һыуын туйғансы эсеп алғас, күстәнәскә лә һауыттарға тултырып алдылар.
Сәйәхәт бик оҡшаны. Туған яҡ тәбиғәтенең матурлығын күрә белеү, уны һаҡлау - беҙҙең өсөн бик мөһим. Балалар шуны аңлаһындар ине.