"Урал батыр" эпосын белергә ынтылабыҙ

Апрель 6, 2020 Просмотров: 23

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы эсендә мәктәбебеҙҙә "Урал батыр" эпосын ятҡа һөйләү конкурсы үткәрелде. Халҡыбыҙҙың иң боронғо изге ҡомартҡыһының әһәмиәте юғалмай, көндән-көн арта бара. Балаларға әхлаҡи, мәҙәни, эстетик тәрбиә биреү беҙҙең эпостарыбыҙ нигеҙендә ятҡан тәрбиә ҡанундарына барып тоташа. Сөнки унда кешелеклелек, изгелек төшөнсәләре алға ҡуйылған.
Тиҫтәнән ашыу бала конкурста ҡатнашты. Бына ул рухлы балалар: Йыһануров Исмәғил, Хәлитова Гөлфинә, Ҡотлобаева Асия, Вәлиев Ғосман, Баймырҙина Зарина, Йәғәфәрова Наҙгөл, Ҡотлобаева Наҙгөл, Ишемғужин Рамаҙан, Ғәлина Гөлсөм, Йыһанурова Азалия, Көнәфина Раушания, Ғәлина Заһиҙә. Башланғыс класс уҡыусыларының эпосҡа ҡыҙыҡһыныуы артыуы ҡыуаныслы күренеш булды. Әле яңы ғына уның менән таныша, ятлай башлаған кескәйҙәр алдында бына бер нисә йыл инде республика конкурстары призеры булған, эпосты тулыһынса ятлаған 7-се класс уҡыусыһы Сара Истәкованың оҫталыҡ менән уртаҡлашыуы ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Башланған эштәрегеҙ хәйерле булһын,балалар! Урал батыр менән киләсәктә лә бергә алға ынтылығыҙ! Артабан да уңыштар юлдаш булһын һеҙгә!