Бөгөн Иҫке Монасип урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы Мирасова Рима Мирза ҡыҙы үҙенең тыуған көнөн билдәләй.
Апрель 6, 2020
Просмотров: 28
Бөгөн Иҫке Монасип урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы Мирасова Рима Мирза ҡыҙы үҙенең тыуған көнөн билдәләй. Ошо уңайҙан күркәм байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Хөрмәтле Рима Мирза ҡыҙы! Һеҙгә бәхетле оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, эшегеҙҙә ҙур уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Киләсәктә лә бөгөнгөләй ихлас, алсаҡ күңелле, ярҙамсыл булып ҡалығыҙ!
Ағын һыуҙар кеүек йылдар үтә,
Үтһен, әйҙә,ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һеҙгә һәр саҡта.