Йыр-моңға ғашиҡ булғас, Йыйҙы "Гәлсәр һандуғас".
30 ғинуар Иҫке Монасип мәктәбендә "Гәлсәр һандуғас-2020" йыр-моң бәйгеһе үтте. Яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева моң, йыр тураһында бына нимә ти: "Кешегә ғүмер итеү өсөн һыу -һауанан, уттан -ерҙән ҡала иң кәрәкле шарттарҙың береһе -моң. Моң кешене елкендерә, илһамландыра, дәртләндерә, күңелгә ҡанат ҡуя, һағыш уята, сәләмәтлеккә тәьҫир итә. Йыр-моң яратмаған кеше юҡтыр ул. Был бәйгелә мәктәбебеҙҙән йыр-моңға ғашиҡ булған 22 уҡыусы үҙ көсөн һынап ҡараны. Бәйге шундай көсөргәнешле барҙы. Береһенән -береһе моңло гәлсәр һандуғастарыбыҙҙың йырҙарын кинәнеп тыңланыҡ. Бер уҡыусы ла иғтибарһыҙ ҡалманы. Бәйгелә 4-се класс уҡыусыһы Айытбаева Азалия Һәм 5-се класс уҡыусыһы Көнәфина Альбина гәлсәр һандуғас статуэткаһы, ҡалған ҡатнашыусылар грамоталар менән бүләкләнде.