"Йыл уҡыусыһы -2020" конкурсы асты иң ҡыйыу һәм тырыштарҙы.

Апрель 6, 2020 Просмотров: 17

Мәктәбебеҙҙә сираттағы конкурс шаулап үтте. Ул бынан алдағыларынан үҙенең йөкмәткеле булыуы менән айырылып торҙо. Сөнки бында балалар үҙҙәрен төрлө яҡтан аса: жюри алдында матур итеп сығыш яһай, белемен күрһәтә, төркөм менән эшләй, үҙенең һәләттәрен башҡаларға аса һәм өйрәтә.
Быйыл был мәртәбәле конкурста 7-се класс уҡыусыһы Мирасова Айгөл, 8-се класс уҡыусылары Әхтәмова Айшат, Айытбаева Наҙгөл, Яхина Ләйлә ҡатнашты. Ҡыҙҙар береһенән-береһе һәләтле, тырыш. Мәктәптә, район кимәлендә үткәрелгән предмет олимпиадаларында, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, мәктәптең данын күтәреп йөрөүсе уҡыусылар.
Конкурстың этаптары – портфолио, үҙе менән таныштырыу, туризм буйынса проект эше, оҫталыҡ класы, түңәрәк өҫтәл, Сталинград һуғышы тураһында һорауҙарға яуаптар биреү – барыһы ла теүәл үтәлде. Ҡыҙҙар сәмле ярышты. Айгөл Мирасова - 3-сө урынды, Айшат Әхтәмова - 2-се урынды, Ләйлә Яхина 1-се урынды яуланы. Мәҙәниәт, спорт, уҡыу, туризм буйынса конкурстарҙа бик әүҙем ҡатнашыусы, ҡыйыу, тапҡыр ҡыҙ – Айытбаева Наҙгөл, был конкурста ла иң күп балл йыйып, гран-при яулауға иреште.
Конкурста ҡатнашыусы уҡыусыларға Маҡтау ҡағыҙҙары,бүләктәр тапшырылды.
Тиҙҙән район кимәлендә үткәреләсәк «Йыл уҡыусыһы» конкурсына барыусы Наҙгөл Айытбаеваға уңыштар теләйбеҙ!