Мәргәнлек – халҡыбыҙҙың ғорурланыр сифаты
Батырлыҡ – яуҙа кәрәк, мәргәнлек – ауҙа кәрәк, ти халҡыбыҙ. Мәргәнлек – ул батырҙарҙың ғорурланырҙай төп яугирлыҡ сифаты. Башҡорттарҙың, ир-егет булһынмы, ҡатын-ҡыҙ булһынмы, уҡтан атып сәпкә тейҙереү таҫыллығын бик юғары баһалағандар. Юҡҡа ғына түгел, әкиәт-легендаларҙа ҡыҙ кеше үҙенә кейәүҙе һайлап алғанда, уның мәргәнлеген дә һынаған.
6 февралдә мәктәбебеҙҙә 9-сы класс уҡыусылары рус теленән имтихан бирҙеләр. Ул тиҙҙән үткәреләсәк имтихан форматында ойошторолдо. Имтиханда Тимер һәм Нәби филиалдарының уҡыусылары һәм уҡытыусылары ла ҡатнашты. Дүрт өлөштән торған һынау уҡыусыларҙан рус телендә аралаша белеү кимәлен баһалай.
Ауыр аҡыл эшенән һуң, балалар өсөн уҡтан һәм мылтыҡтан атыу күнекмәләре үткәрелде. Был ял минуттары уҡыусыларға бик оҡшаны. Пневматик мылтыҡтан атыу буйынса күнекмәләрҙе география һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре уҡытыусыһы Азамат Ҡотлобаев, уҡтан атыу серҙәренә өйрәтеүҙе физик культура уҡытыусыһы Азат Әйүпов ойошторҙо.
Тәүге тапҡыр ғына тотоноуҙарына ҡарамаҫтан, ҡыҙҙар ҙа уҡтан атырға өйрәнеп алдылар. Оҫталыҡтарын камиллаштырһалар, бына тигән мәргән уҡсылар сыҡмаҫ тимә уларҙан.
Бына шулай, уҡыуҙы ялға алмаштырып, имтиханға әҙерләнеп тә, һәләттәрен үҫтереп тә өлгөрҙө туғыҙынсылар.