Эй мәктәбем, белем усағы, һин ғүмерҙең иң гүзәл сағы!
8 февраль көнө мәктәбебеҙҙә сығарылыш уҡыусылары осрашыуы булды. Быйыл туған мәктәп, класташтары, уҡытыусылары менән 55, 50, 40, 30, 20, 10 йылдан һуң ҡайтанан осрашыу бәхетен 1965, 1970,1980, 1990, 2000, 2010 йылда тамамлаусылар кисерҙе. Байрамса биҙәнеп, ҡәҙерле ҡунаҡтарын ҡаршыларға әҙерләнгән мәктәпкә оҙаҡ көттөрмәйенсә килеп етте һабаҡташтар. Һәр береһе ихлас йылмайып, бер-береһен, яратҡан уҡытыусыларын сәләмләй. Осрашыуға хаҡлы ялдағы уҡытыусылар ҙа килде. Улар үҙҙәренең йәшлеген, мәктәптә гөрләтеп эшләп йөрөгән саҡтарын, уҡыусылары менән булған төрлө хәлдәрҙе, бәхетле һәм фәһемле мәлдәрҙе иҫләп, класс сәғәттәре үткәрҙе. Мәктәп уҡытыусылары тарафынан был сығарылыштар тураһында ҡыҙыҡлы презентациялар, стендтар, буклеттар эшләнелде. Осрашыу барышында иҫтәлеккә видеолар, фотолар төшөрөлдө.
Байрам, осрашыу тағы ла иҫтәлеклерәк булһын өсөн, һабаҡташтар буш ҡул менән килмәгән ине. Тантана клубта дауам итте. Һәр бер сығарылыш төркөмө үҙҙәренең класс етәкселәренә, яратҡан уҡытыусыларына, мәктәп уҡыусыларына бүләктәр менән килгәйне.
Мәктәп йылдары - иң ҡәҙерле, онотолмаҫ мәл, бала саҡтың яҡты, хыялдарға бай осоро. Әгәр ошо йылдарҙа кеше үҙен бәхетле тоя икән, ул мәктәбенә һәр саҡ атлығып, һағынып киләсәк. Был осрашыу ҙа йылы тәьҫораттар тыуҙырҙы. Биш тиҫтә һабаҡташ һағынышып күрешеп, күгәрсендәй гөрләне, хәлдәр белеште, тағы ла оҙаҡлатмай осрашырға һүҙ ҡуйышты. Уларға ҡарап һоҡланмай мөмкин түгел ине. Концерт барышында, балаларҙың матур сығыштарына ҡушылып, 1980 йылғы сығарылыш уҡыусыһы, мәктәбебеҙҙә уҡытыусылыҡ эшен башлаған, әлеге көндә район хакимиәтендә эштәр менән идара итеүсе Хәлитов Ғайса Әхәт улы олпат баҫып бейене, 2010 йылғы йәштәр моңло йыр бүләк итте.
Сәхнәгә күтәрелгән һәр сығарылыш туған мәктәбенә, уҡытыусыларына оло ихтирам һәм рәхмәт хистәре йөрөтөүен белдерҙе.
Ошондай осрашыуҙар мәктәбебеҙҙә йыл һайын үткәрелә килә. Улар халҡыбыҙҙың быуындар бәйләнешен көйләүҙә матур, фәһемле сара булып тора.