Күптәребеҙ яратып ҡараған хоккей - спорттың иң ҡыҙыҡтырғыс һәм иң ҡатмарлы төрҙәренең береһе
Был уйын көс, етеҙлек, таһыллыҡ, реакция тиҙлеге, кинәт кенә ситуацияны баһалау һәм башҡа күп һәләттәр талап итә. Ошондай сифаттарға эйә булған егеттәребеҙҙән торған мәктәп командаһы үҙҙәрен ысын ярышсылар итеп күрһәтте.
8 февраль көнө район үҙәгендә, Бөйөк еңеүҙең 75 йыллығына арналған хоккей ярышы үтте. Хоккей - команда уйыны. Ярышта Иҫке Монасип мәктәбенең "Монасип" командаһына тупланған егеттәр: Кунафин Динис, Суфьянов Данияр, Кунафин Ишморат, Буранов Айгиз,Фәнүз, Муллагулов Фануз, Галин Арслан (ҡапҡа һаҡсыһы) үҙҙәренең һоҡланғыс уйындарын күрһәтте. Ҡурҡаҡтар хоккей уйнамай, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. 4 команда араһында барған мауыҡтырғыс уйында егеттәребеҙ 2се урын яуланы. Шулай булмай ни, иң яҡшы һөжүмсе беҙҙең командала булып сыҡты. Кунафин Динис үҙенең һөҙөмтәләре менән "иң яҡшы һөжүм итеүсе" тип танылып маҡтау грамотаһына лайыҡ булды. "Монасип" командаһын призлы урын алыуҙары менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә яңынан
-яңы еңеүҙәре менән ҡыуандырырҙар тип ышанабыҙ. Уңыштар һеҙгә!!!