“Йыл уҡытыусыһы – 2020”

Апрель 6, 2020 Просмотров: 15

Шаулап-гөрләп “Йыл уҡытыусыһы – 2020” район конкурсы үтеп тә китте. Унда районыбыҙҙың башланғыс класс, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, сит телдәр, физик тәрбиә, математика, физика уҡытыусылары ҡатнаштылар. Әлбиттә, жюри ағзаларына 12 конкурсант араһынан республика кимәлендә уҙғарыласаҡ “Йыл уҡытыусыһы – 2020” бәйгеһендә көс һынашасаҡ, районды күрһәтәсәк иң-иңдәрҙе һайлап алыуы еңел булмағандыр. Сөнки һәр конкурсант көслө, төплө әҙерләнеп килеүҙәре менән айырылып торҙо. Уларҙың араһында Иҫке Монасип урта мәктәбенең физик тәрбиә уҡытыусыһы Әюпов Азат Әхмәт улы ла ҡатнашып үҙ көсөн һынаны һәм бик ҙур еңеүҙәргә иреште. Ул 4 этапты ла уңышлы үтеп финалға сығыуға өлгәште һәм район кимәлендә үткәрелгән конкурста III урын яуланы. Яулаған уңыштары өсөн район мәғариф бүлегенең маҡтау грамотаһы һәм сертификаты менән бүләкләнде. Ошо айҡанлы Азат Әхмәт улын ҙур еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да эшеңдә уңыштар, юғары үрҙәр, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Афарин!!!