«Беҙ бергә»
12 февраль көнө Иҫке Монасип мәктәбенең 5 - се класс уҡыусылары менән «Беҙ бергә» исемле девиз аҫтында тыуған көн кисәһе үткәрелде. Был байрамды улар ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алдылар. Шулай булмай ни, уҡыусыларҙың бер класс булып тупланып, бергә белем тауҙарына артылыуҙарына 5 йыл да булып киткән икән. Үҙҙәре әйтмешләй: «Беҙҙең класҡа 5 йәш, тимәк, быйыл беҙҙең юбилей». Был сара бик шәп үтеп тә китте. Класыбыҙҙың мәҙәни сараларҙы ойоштороу буйынса яуаплы ҡыҙҙарыбыҙ Азалия менән Альбина Көнәфиналар байрамға етди әҙерләнгән инеләр, улар был сараны бик оҫта итеп алып барҙылар. Төрлө уйындар, йырҙар, бейеүҙәр менән байрамыбыҙҙы биҙәнеләр. Уҡыусылар ҙур теләк менән ихлас ҡатнаштылар. Хатта ҡайһы бер уҡыусыларыбыҙҙың йәшереп кенә алып йөрөгән һәләттәрен дә күреп ҡыуандыҡ. Шулай итеп, кисәбеҙҙең аҙағы ла килеп етте. Бөтәбеҙ ҙә сәй табынына йыйылдыҡ. Өҫтәлебеҙ тәм-томдан һығылып тора ине. Эй ҡыҙыҡтарҙа инде үҙҙәре! "Туйға әҙерләнгән һымаҡ бешеренгәнбеҙ," - тип шаярышып- көлөп тә алдылар. Әлбиттә, был байрамды ойоштороуҙа ата-әсәләрҙең дә өлөшө бик ҙур. Беҙ уларға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡыҫҡаһы, тыуған көн кисәбеҙ бик күңелле үтте, барыбыҙға ла оҡшаны. Ошондай класс менән генә ойошторолған күңелле сараларҙы йышыраҡ үткәрергә, тип һүҙ ҡуйышып таралыштыҡ.