2020 йылда - Рәсәйҙә Хәтер һәм дан йылы, Бөйөк Еңеүгә 75 йыл, 15 февраль - Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө, Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 31 йыл

Апрель 6, 2020 Просмотров: 30
2020 йылда - Рәсәйҙә Хәтер һәм дан йылы, Бөйөк Еңеүгә 75 йыл, 15 февраль - Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө, Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 31 йыл. 10 йыл буйы барған был ҡәһәрле һуғыштан ҡайта алғандарҙы һәм ҡайта алмаған яугирҙәрҙе хөрмәтләп иҫкә алыу, йәш быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләү маҡсатында Иҫке Монасип ауыл китапханасыһы мәктәптең тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы Ҡотлобаев Азамат Йәмил улы менән берлектә VII класс уҡыусылары өсөн "Ир-егеттең изге бурысы" исемле илһөйәрлек сәғәте үткәрҙе. Китапханасы Афғанстанда барған оҙайлы (1979 - 1989 й.) һуғыш, шул һуғышта батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ, 1979 йылда ошо мәктәпте тамамлаған Азамат Фазулла улы Йәғәфәров тураһында һөйләне, Азамат Йәмил улы презентация күрһәтте. "Беҙ тыныслыҡ яҡлы" исемле фото-күргәҙмә эшләнде, унда ауылыбыҙҙан Чечен Республикаһында, Абхазия-Грузия сиктәрендә хеҙмәт итеп ҡайтҡан яугир- интернационалистарҙың фотолары ҡуйылды. Афған һуғышында меңәрләгән 18-19 йәшлек кенә егеттәрҙең һәләк булыуы, шулар иҫәбендә Башҡортостандан, Бөрйән районынан да ҡорбандар булыуы йөрәкте һыҙлата. Беҙ үҙҙәренең хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән яугирҙәрҙе оноторға тейеш түгелбеҙ. Әйткәндәй, Башҡортостан, Бөрйән егеттәре хәрби хеҙмәттә үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәтеүе, намыҫлы, ҡыйыу булыуҙары менән башҡа өлкә һалдаттарынан айырылып тора. Был хаҡта йыш ишеткәнебеҙ бар, яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ, тимәк, уларҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү юғары кимәлдә. Тарихын данлаған - үҙен хөрмәтләгән, тиҙәр, үҙ иленең тарихына, батырҙарына битараф булмаған кеше генә мәҙәниәтле, илһөйәр була ала. Китапханасының һәм уҡытыусының һәр һүҙен иғтибар менән тыңлаған уҡыусыларға, ә һеҙ ҡыҙыҡһынаһығыҙмы, һуғыш тураһында кинолар ҡарайһығыҙмы, тигән һорауға дәррәү ҡул күтәреп яуап биреүҙәре уларҙың киләсәктә үҙ илен яратыусы, һаҡлаусы ысын Кеше буласаҡтарын төҫмөрләтте.