"...песню, запеевай"

Апрель 6, 2020 Просмотров: 36

14 февраль көнө, "...песню, запеевай" тигән команда булыу менән, ауыл яңғыратып һалдаттар урам буйлап әрме йырҙары аҫтында строевой маршта үтеүен ҡыҙыҡһынып күҙәткәндер халыҡ. Йыл да үткәрелеп, традицияға әйләнгән "один день в армии" быйыл да гөрләп үтте мәктәптә. Был сара, еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата, йылдағына ҡарағанда ҙур масштабта үткәрелә. Мәктәптә балалар ике батальонға бүленеп йыл дауамында көс һынашыуын дауам итә. Үҙ-ара хоккей ярышы, пневматик винтовканан атыу, "зарница" уйындары кеүек ярыштар күҙалланған. Бына был юлы, уҡыусыларға бер көн булһала "һалдат һурпаһын" да татырға тура килде. Көндөҙ сафта тигеҙ итеп баҫырға, калашников автоматын тиреп-ҡорорға өйрәнеп, төрлө уйындарҙа көс һынашһалар, төнгөлөккә дежур нарядтар ойошторолдо. Арып йоҡлаған һалдаттарҙың төн тыныслығын дневальный һалдаттар һаҡланы. Шулай итеп, уҡыусылар үҙҙәрен һалдат итеп тойоп ҡарағандан һуң, берҙәм тауыш менән, илебеҙҙең именлеген һаҡларға әрме сафтарына барыға теләк тә белдерҙеләр.
Взвод командиры булған Нургиз Хисматуллин:
- ир кешенең төп бурысы булып, әлбиттә, әрме сафтарында хеҙмәт итеүе һыналалыр, тип уйлайым. Мин дә бәләкәй саҡтан атайым кеүек пограничник булырға хыяллана инем, һәм бөгөнгө көн һалдат булып ҡарау, үҙемдә булған шул теләкте тағын да көсәйтте - ти.
Һүҙ аҙағында егеттәргә киләсәктә тормошта үҙ урындарын табып, илебеҙ тыныслығын һаҡларлыҡ ысын егеттәр булып үҫеп етеүҙәрен теләр инем. Алдағы ярыштарҙа ла уларға уңыштар теләйем!