«Йәгеҙ әле, егеттәр!”
Бөгөн Иҫке Монасип мәктәбендә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған «Йәгеҙ әле, егеттәр!” кисәһе үтте. Кисә 5-11 класс ҡыҙҙарының ҡотлауҙары менән үрелеп барҙы. Был сарала егеттәр төрлө яҡтан үҙҙәрен һынап ҡаранылар. Жюри тарафынан уларҙың хәрби формаһы, йырҙары, эмблемалары баһаланды. Егеттәр гер күтәрҙе, иҙәндән этелеп күтәрелделәр, төрлө хәрби приёмдар күрһәттеләр. Шулай уҡ улар Бөйөк Ватан һуғышына арналған йырҙарҙың исемдәрен атанылар, турникта ҡалҡтылар, ҡул көрәшендә көс һынаштылар, викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, әрме хаттары яҙҙылар, һалдат тормошонан инсценировка тәҡдим иттеләр. Ике батальон егеттәре лә ярыштарҙа сәмләнеп ҡатнаштылар һәм үҙҙәрен бына тигән буласаҡ ил һаҡсылары итеп күрһәттеләр.
Шулай уҡ был сарала мәктәптең ир-егеттәр коллективын да уҡытыусылар байрам менән тәбрикләп үтте.