Ғәҙәттәгесә, февраль айы спорт уйындары менән үтә. Ҡала, район, ауылдар сәмле һәм ҡыҙыҡлы уйындар менән йәшәй.

Апрель 6, 2020 Просмотров: 15

Ауылыбыҙ был йәһәттән һис һынатмай. Башланғыстарҙан алып инде мәктәп тамамлап студент һурпаһына күскән уҡыусыларыбыҙ ҙа каникулдарында ауыл ғорурлығы өсөн көстәрен һала.
Байназар ауылы батыры Филүс Нурғәлин иҫтәлегенә арналған хоккей буйынса күсмә кубок ярышында беҙҙең студент егеттәр 1се урын яуланы. Уҙҙәрен хоккей буйынса күптән танытҡайны инде улар. Лайыҡлы беренсе урындары менән ҡотлайбыҙ. Иң күп гол индерүсе Мөхәмәтов Ильяс маҡтау грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләк менән бүләкләнде. Ҡыйғыр бөркөттәребеҙҙе енеүҙәре менән ҡотлайбыҙ. Ватан һаҡсылары көнө менән. Хоккей уйыны һәм уңыштарығыҙ менән беҙҙе һөйөндөрөп тороғоҙ.