Кинозалға экскурсия! Етмәһә, бөтә класс менән!
Был көндө лә 5-се класс уҡыусылары ҙур түҙемһеҙлек менән көттө. Ни өсөн тиһегеҙме, сөнки автобуста шаяра-көлә барыу, музыкаға ҡушылып йырлау һәм, әлбиттә, алда мауыҡтырғыс кино ҡараясаҡтар икәнен көтөү үҙе ни тора! Шулай итеп, беҙ кинозалда: билеттар ҡулда, тәмлекәстәр әҙер, кәйефтәр шәп. Беҙ ҡараясаҡ киноның исеме «Удивительное путешествие Доктора Дулиттла» тип атала ине. Кино 3D форматта барҙы. Махсус күҙлектәр ярҙамында үҙеңде киноның эсендә йөрөгән һымаҡ хис итәһең, геройҙар менән бөтә ҡыйынлыҡтарҙы һәм шатлыҡтарҙы бергә кисергән һымаҡ тояһың. Кинола төрлө ваҡиғалар, сағыу эпизодтар, ҙур йәнлектәр, күләмле һүрәттәр, ҡыҙыҡлы һәм көтөлмәгән мәлдәр бик күп булды. Ысынында, кино 1 сәғәт 45 минутлыҡ ине, ә ул беҙгә күҙ асып йомған арала үткән ваҡыт һымаҡ тойолдо. Фильм барыбыҙҙың да күңеленә хуш килде. Кино бөткәндән һуң, ҡыҙыҡлы мәлдәрен иҫкә төшөрөп, көлөшөп, оҙаҡ ҡына фекер алыштыҡ. Был кино беҙҙе изге күңелле, дуҫ, татыу булырға һәм һәр ваҡыт бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торорға өйрәтте. Ошондай күңелле, онотолмаҫлыҡ көн өсөн мәктәп администрацияһына һәм ата-әсәләргә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Сәйәхәтебеҙҙе мәңгелләштереп иҫтәлеккә фотоға ла төштөк.