10 -сы класс уҡыусыһы Бикмәтова Зәлифә тик “4” һәм “5” билдәләренә генә өлгәшкән бик тырыш ҡыҙ
Шулай уҡ спортта ла, мәктәптә үткәрелгән һәр сарала ла әүҙем ҡатнаша.Бар яҡтанда һәләтле Зәлифә үҙен һынлы сәнғәт өлкәһендә лә уңыштары менән ҡыуандырып тора. Бәләкәй саҡтан һүрәт төшөрөүгә ынтылышы көслө булған ҡыҙ мәктәп, район кимәлендә үткәрелгән конкурс, олимпиадаларҙа ҡатнашып гел призлы урындар яулай. Быйылда һынлы сәнғәт дәресе буйынса муниципаль олимпиада еңеүсеһе булды Зәлифә. Биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлкәһендә лә уңыштары етәһе. Ул биҙәгән аш-һыу бүлмәһе өсөн ҡулланыла торған таҡталар күҙҙең яуын алырлыҡ. Ҡул эштәренә,һүрәт төшөрөүгә маһир ғына түгел, оҫта фотографта ул. Иҫке Монасип ауылын уратып алған хозур тәбиғәттең бар матурлығын, ғорур ҡаяларҙы, Ағиҙел йылғаһын сағылдыра фотоһүрәттәрҙә. Ижади күңелле Зәлифәгә киләсәктә ижад ҡомарының һүнмәүен, һүрелмәүен теләйбеҙ. Афарин, уңыштар Һиңә!