Имен-аман үтһен каникулдар!
Бына, ниһайәт, көтөп алған яҙғы каникулдар башланды. Балалар был юлы оҙайтылған ялға сыҡтылар. Илдә, донъяла барған хәүефле хәл-ваҡиғалар төпкөлдәргә лә ҡағылмай ҡалмай шул. 6-сы класта ата-әсәләр йыйылышында шул турала һүҙ барҙы. Төп мәсьәлә вируслы ауырыу осоронда уҡыу-уҡытыу мәсьәләләре булды. Шулай уҡ балаларҙың һаулығын һаҡлау, оҙайлы ял һәм дистанцион уҡыу осоронда ял һәм уҡыу барышы тураһында һөйләштек. Балалар каникул осоронда компьютер, телефон "ҡол"дарына әүерелмәһен, интернет селтәрҙәрендә барған төрлө зарарлы сайттарға барып эләкмәһен өсөн, ата-әсәләр балаларҙың көндәлек ял, хеҙмәт режимын аныҡ күҙ уңында тоторға бурыслы.
Йыйылышта мәктәптең психологы Юлдашева Зөлфирә Әнүәр ҡыҙы ла ошо хаҡта һөйләне, ата-әсәләрҙән тест эшләтеп, балаларының интернет менән ни кимәлдә бәйләнештә тороуын билдәләне. Шуныһы ҡыуаныслы, телефонды йәшәү рәүеше тип ҡабул иткән балалар булманы алтынсылар араһында.
Ялдан һуң тағы ла бер сирек уҡыу , дәүләт имтихандары, Бөтә Союз тикшереү эштәрен үтәһе бар. Илдәребеҙ, халыҡтарыбыҙ имен булһын, мәктәптәр тағы ла балаларҙың шат тауыштарына күмелеп, үҙ эштәрен дауам итһен, тип теләйбеҙ!