Мәңгелек хәтер

Декабрь 10, 2020 Просмотров: 40
Мәңгелек хәтер.
9 декабрь - Рәсәйҙә Ватан Геройҙары көнө. Был иң иҫтәлекле, иң мөһим даталарҙың береһе булған байрам 2007 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы билдәләнә башлай.
Бөгөн иҫтәлекле дата уңайынан Иҫке Монасип урта мәктәбендә лә класс сәғәттәре, хәтер һәм батырлыҡ дәрестәре үткәрелде. Был сара Рәсәй геройҙары, Изге Георгий һәм Батырлыҡ ордены кавалерҙары, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм яуҙа ятып ҡалған яугирҙарыбыҙ иҫтәлегенә арналды. Һуғыш михнәттәрен үҙ иңендә татыған ауылыбыҙҙың батырҙары хаҡында хаттар, иҫтәлектәр уҡылды.
Беҙгә тыныс күк йөҙө бүләк иткән, Тыуған иле өсөн йәнен-тәнен аямаған батырҙарыбыҙға мәңгелек дан һәм хөрмәт!