Яңы йыл ғаилә уйындары- 2021
«Яңы йыл ғаилә уйындары- 2021»
Иҫке Монасип урта мәктәбендә «Яңы йыл ғаилә уйындары -2021» республика фестиваленең мәктәп этабы уҙғарылды. 1-2 класс уҡыусылары һәм ата-әсәләре 3 ярыш төрөндә көс һынаштылар: таяҡтар ярҙамында санала эстафета, быйма кейеп туп менән хоккей уйындары һәм тюбингта эстафета ҡыҙыу барҙы. Сәмле ярышта ҡыҙҙары Земфира менән Хәбир һәм Рәмзилә Вәлиевтар; ҡыҙҙары Гөлфинә менән Рәмис һәм Фаягөл Хәлитовтар; ҡыҙҙары Зарина менән Айбулат һәм Сөмбөл Баймырҙиндар бик әүҙем ҡатнаштылар.
Бөтә ярыш һөҙөмтәләре буйынса мәрәйҙәр һаны тигеҙ булыу сәбәпле, улар район күләмендәге үтәсәк ярышта, мәктәп данын яҡлаясаҡтар. Киләсәктә уларға спортты һөйөп йәшәүҙәрен һәм балаларын да дөрөҫ тәрбиәләүҙәрен теләп, ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.