"Беҙ - сәләмәт тормош яҡлы!"
Март 23, 2020
Просмотров: 17
7 декабрь көнө 8-11 кластар өсөн "Беҙ - сәләмәт тормош яҡлы!" исемле сара үткәрелде. Тәүге өлөшөндә социаль педагог Көнәфина Г.А. доклад, презентация менән кеше һаулығына насар ғәҙәттәрҙең йоғонтоһо тураһында һөйләп үтте. Икенсе өлөшөндә дүрт команда ошо тематикаға арналған төрлө конкурстарҙа көс һынаштылар. Һәр береһе исем, девиз һайлап, алдан эшләп алып килгән плакаттарҙы яҡлап сығыш яһанылар. "Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух" девизы аҫтында уҡыусылар ҡыҙыҡлы һәм фәһемле инсценировкалар күрһәттеләр, төрлө сетерекле һорауҙарға яуап бирҙеләр, капитандар насар ғәҙәттәргә антиреклама күрһәттеләр.
Афарин, уҡыусылар!!! Гел шулай сәләмәт тормош яҡлы булып ҡалайыҡ!