Уҡтан атыу ярышы
Март 23, 2020
Просмотров: 31
Мәктәбебеҙҙә былтырғы уҡыу йылында Муллағолов Илгиз Мәхмүтдин улы уҡыусыларҙы уҡтан атырға өйрәтергә теләк белдерҙе.Мәктәптең оҫтаханаһында уҡыусылар менән уҡ-һаҙаҡтар, яндар эшләп тиҙ арала эш яйға ла һалынды.Уның тырышлығының һөҙөмтәһе кисә,йәғни 14 декабрь көнө Байназар урта мәктәбендә үткәрелгән уҡтан атыу ярышында күренде лә инде.Беҙҙең мәктәптән был ярышҡа 8 кластан Мирасова Алтынай, Суфиянова Камила һәм 9 кластан Бикмәтов Сынтимер менән Буранов Вәғиз юлланды. Ике этаптан барған сәмле ярышта ҡыҙҙар араһында Мирасова Алтынай II урын яулаһа, дөйөм мәрәйҙәр һаны буйынса мәктәп командаһы шулай уҡ II урынға лайыҡ булды. Уларҙы еңеүҙәре менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә яңы баҫҡыстарға күтәрелеүҙәрен теләйбеҙ! Афарин!