1. Родителям
  2. Новости
  3. “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер!”

“Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер!”

Март 23, 2020 Просмотров: 47

4 ғинуар «Урал » физкультура һауыҡтырыу комлексында күп кенә күнекмәләрҙе – төрлө дистанцияға йүгереү, урындан оҙонлоҡҡа һикереү, турниктан күтәрелеү, пневматик винтовканан атыу, автомат тиреү һәм йыйыу буйынса ГТО нормативтарын үтәү буйынса ярыштар үтте. Иҫке Монасип ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙан ҡатнашҡан егеттәр был сәмле сарала һыр бирмәне. ГТО нормативтарын яҡшы тапшырған өсөн Әмирханов Илнар, Әмирханов Илназ, Әхтәмов Аяз Бөрйән район хакимиәтенең маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Уны йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт бүлеге белгесе Илфат Барый улы тапшырҙы. Афарин егеттәр!
Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа Иҫке Монасип мәктәбендә хәрби хеҙмәткә әҙерләүсе Азамат Йәмил улына, техника менән ярҙам иткән мәктәп директоры Ҡотлобаев Данил Камил улына рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
Был спорт ярышында ҡатнашыусылар менән һеҙ түбәндәге фотоһүрәт аша таныша алаһығыҙ