1. Родителям
  2. Новости
  3. 16 ғинуар көнө Иҫке Монасип урта мәктәбендә берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерлек эштәре планы буйынса ата-әсәләр йыйылышы үтте

16 ғинуар көнө Иҫке Монасип урта мәктәбендә берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерлек эштәре планы буйынса ата-әсәләр йыйылышы үтте

Март 23, 2020 Просмотров: 21

16 ғинуар көнө Иҫке Монасип урта мәктәбендә берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерлек эштәре планы буйынса ата-әсәләр йыйылышы үтте. Унда район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Ирәмән Ирғәле улы Баймырҙин, мәғариф бүлегенең ресурс үҙәге етәксеһе Роза Шәриф ҡыҙы Ғүмәрова, мәктәп директоры Данил Камил улы Ҡотлобаев, уҡытыусылар ҡатнашты. Ирәмән Ирғәле улы быйылғы имтихандарҙың тәртибе, яңылыҡтары тураһында тулы мәғлүмәт бирҙе. Роза Шәриф ҡыҙы быйылғы йылда дәүләт имтихандарына әҙерлек эштәрен яҡшыртыу маҡсатында ойошторолған ресурс үҙәктең эше, консультациялар барышы тураһында һөйләне. һәм алдағә көндәрҙә ойоштороласаҡ төрлө фәндәр буйынса консультацияларға әүҙем йөрөргә саҡырҙы. Мәктәптә тьюторлыҡ эштәрен алып барыусы Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙы Истәкова, предмет уҡытыусылары, класс етәкселәре быға тиклемге үтәрелгән әҙерлек имтихандары һөҙөмтәләре буйынса тейешле кимәлдә балдарға өлгәшә алмаған балаларҙың ата-әсәләре менән индивидуаль һөйләшеү үткәрҙе. Сығарылыш уҡыусыларының өлгәш һөҙөмтәләрен яҡшыртыу буйынса эшлекле һөйләшеү үҙенең һөҙөмтәһен бирер тигән өмөттә ҡалды йыйылышта ҡатнашыусылар.