1. Родителям
  2. Новости
  3. Һөнәр һайлау – яуаплы эш

Һөнәр һайлау – яуаплы эш

Март 23, 2020 Просмотров: 47

Монасип урта мәктәбендә балаларға киләсәктә тейешле һөнәр һайларға ярҙам итеү маҡсатында класс сәғәттәре үткәрелә. Кеше үҙенең һәләтенә, теләгенә ярашлы һәнәр һайлап, белем алып, тормошта үҙ урынын табып, хеҙмәтенән файҙа һәм йәм алып йәшәһә, оло бәхеткә эйә була.
Ваҡытлы матбуғат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы йылдарҙа Рәсәй хеҙмәт баҙарында шундай күренеш күҙгә сағыла: бер яҡтан, сәнәғәттә эшселәр етешмәй, икенсе яҡтан, юғары белемле йәш белгестәрҙең 16% эшһеҙ. Белгестәр быны йәштәрҙең дөрөҫ һөнәр һайламауынан килә тип аңлата.
Беҙҙең бурысыбыҙ – уҡыусыларға бөгөнгө көндә талап ителгән һөнәрҙәр һайларға ярҙам итеү.
Һөнәр һайлағанда тестар эшләү бик файҙалы. Улар баланың ҡайһы профессияға ҡыҙыҡһыныуы барлығын билдәләргә ярҙам итә. Психолог Е. А. Климов һөнәрҙәрҙе 5 төркөмгә бүлеп ҡарай: Кеше-тәбиғәт, Кеше- техника, Кеше-кеше, Кеше – тамғалар системаһы, Кеше – сәнғәтсә фекер.
Кеше-тәбиғәт – биолог, геолог, микробиолог, агрохимик, метеоролог, кинолог, флорист, урмансылыҡ, зоотехник, селекционер, баҡсасы һ.б.
Кеше - механик, слесарь, токарь, электрик, ташсы, төҙөүсе, архитектор, арматурщик, радиомеханик, водитель, пилот, тепловоз машинисы, ашнаҡсы, кондитер, икмәк бешереүсе һ.б.
Кеше-кеше - уҡытыусы, тәрбиәсе, табип, һатыусы, парикмахер, юрист, журналист, официант, экскурсовод һ.б.
Кеше-тамға – бухгалтер, ғалим, экономист, нотариус, программист, лингвист һ.б.
Кеше-сәнғәтсә фекер - рәссам, актер, артист, режиссер, дирижер, дизайнер, скульптор, фокусник, шағир, композитор, фотограф, бейеүсе һ.б.
Ғалимдарҙың: «Үҙеңдең һайлаған һөнәрең менән ризаһыңмы?» - тигән һорауына һәр өсөнсө бала үҙенең яңылышыуын әйткән, һәр икенсеһе риза булмауын, әгәр мөмкин булһа, икенсе һөнәр һайлар инем, тип әйткән.
Балаларҙың киләсәктә үкенмәҫлек итеп һөнәр һайлауында, әлбиттә, ата-әсәләрҙең ярҙамы кәрәк. Уларҙың мәктәп менән бергә тығыҙ бәйләнеш булдырыуы мөһим. Класс етәкселәренең һөнәр һайлау буйынса класс сәғәттәре, предмет уҡытыусыларының кәңәштәре, һәр бер баланың һәләттәрен асыҡлау һәм үҫтереү маҡсатында үткәрелгән уҡытыу-тәрбиә эштәре баланың күңелендә буласаҡ һөнәренә ынтылыш тыуҙыра.
Туғыҙынсы класта үткәрелгән тест һөҙөмтәләре уҡыусыларҙың 33,3 % “Кеше - техника”, 64,7% “Кеше- кеше” йүнәлешендәге һөнәрҙе һайлауы асыҡланды. Киләсәктә уҡыусыларға ошо йүнәлештәге профессияларҙың иң оҡшағанын һайлап, уны тормошҡа ашырыу эшен планлы рәүештә алып барырға кәрәк