Ата-әсәләр иғтибарына!
Март 24, 2020
Просмотров: 105
Рәсәй һәм мәғариф министрлығының № 32 22.01.2014 й. приказына ярашлы 2019 йылдың 1–се февраленән 1-се синыфҡа уҡырға барыусы балаларҙың ата-әсәләренән ғаризалар ҡабул ителә башлаясаҡ. 1-се класҡа ҡабул иткәндә ниндәй документтар кәрәклеген, нисә урын барлығын, мәктәптә һәм белем биреү учреждениеһының официаль сайтында танышырға мөмкин.
Ғаризаны электрон форматта тапшырыу ата-әсәләр өсөн бигерәк тә уңайлы. Ата-әсәләр дәүләт хеҙмәте (госуслуги) аша инеп, ғариза яҙа ала. Ә кемдәр ошо хеҙмәттә теркәлмәгән, уларға район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге ярҙамға килә.
Рәсәй мәғарифы тураһындағы законға ярашлы һәм район хакимиәтенең 24 ғинуарҙағы 1-се номерлы ҡарары нигеҙендә һәр бала үҙе йәшәгән ауылдағы мәктәпкә беркетелгән.
Әгәр ҙә баланы башҡа ауылға, мәҫәлән, Баҙал биҫтәһендә йәшәгәндәр Иҫке Собханғол мәктәбенә уҡырға бирергә теләһә, ғаризаны барырға теләгән мәктәптә урын булыуына ҡарап, 2019 йылдың 1-се июленән 31-се авгусына тиклем тапшыра ала.
Районда күптән барған бәхәс - баланы башҡортса уҡытыу мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды. Һәр ата-әсә балаһын ниндәй телдә уҡытырға уйлай, шул телде һайлай ала. Был теләк ата-әсәнең ғаризаһында күрһәтелә. Әгәр ҙә бер генә ата-әсә балаһын башҡортса уҡытырға теләһә лә, бының өсөн мәктәптә бөтә шарттар ҙа булдырылған.
Уҡыусыларҙы 1-се класҡа ҡабул итеү буйынса ҡыҙыу линия: 3-66-71; 3-31-62
http://burzyanro.ru/news/ata_s_l_r_i_tibaryna/2019-01..