1. Родителям
  2. Новости
  3. Һынлы сәнғәт фәне буйынса олимпиада еңеүселәре – беҙҙең мәктәптә!

Һынлы сәнғәт фәне буйынса олимпиада еңеүселәре – беҙҙең мәктәптә!

Март 24, 2020 Просмотров: 41

21 февраль көнө Иҫке Собханғол урта мәктәбендә һынлы сәнғәт фәне буйынса предмет олимпиадаһы үтте. Иҫке Монасип урта мәктәбенән һынлы сәнғәт уҡытыусыһы Гөлфирә Азат ҡыҙы Көнәфина етәкселегендә 9-сы класс уҡыусылары Көнәфина Айгүзәл, Бикмәтова Зәлифә, 8-се класс уҡыусыһы Ғәлина Элина үҙҙәренең белемдәрен күрһәтте. 3,5 сәғәт эсендә улар лессировка алымы менән натюрморт эшләнеләр. Олимпиада эштәрен абруйлы жюри баһаланы һәм беҙҙең уҡыусыларҙың һүрәттәренә иң юғары баһа ҡуйҙы.
Афарин, ҡыҙҙар!