1. Родителям
  2. Новости
  3. "Алға... Рәдиф пас бир... Салауат йүгер... Бирешмәгеҙ... давай-давай егеттәр... Ура! Гол!...

"Алға... Рәдиф пас бир... Салауат йүгер... Бирешмәгеҙ... давай-давай егеттәр... Ура! Гол!...

Март 24, 2020 Просмотров: 10

"Алға... Рәдиф пас бир... Салауат йүгер... Бирешмәгеҙ... давай-давай егеттәр... Ура! Гол!..." тигәнерәк ҡыуаныслы, дәртләндергән тауыштар ауыл өҫтөндә яңғырап торҙо бөгөн. Ауылға ситтән килгән кеше хоккей лигаһы уйындары бара икән тип тә уйларға мөмкин ине. Эйе, бөгөн ир-егеттәр байрамына арналған, "быйма менән хоккей" ярышы үтте Иҫке Монасип мәктәбенең хоккей боҙ-майҙансығында. Кемдәрҙер: "эй нимә инде ул быйма менән хоккей уйнауы" тип тә әйтер. Әммә сәмләнеп быйма кейеп алып боҙ майҙансыҡҡа уйнарға төшкән ағай-ҡустыларға, ҡатҡан быуындарын яҙып алып уйнап китеүе, бик еңелдән түгел ине шул. Күрше ауылдарҙан да саҡырылған командалар финанс ҡытлығына һылтанып килә алмаһалар ҙа, монасиптар үҙҙәре генә лә дүрт командаға бүленеп уйнаны. Ауылдың үр яҡ "Салауат Юлаев" командаһы (капитаны - Мазһар Аллабирҙин), түбән яҡтыҡылар менән урта билдәр ҡушылып "Монасип чемпиондары" командаһы (капитаны - Инсур Хәлитов), һыу аръяғы кепестән "Бөркөттәр" командаһы (капитаны - Зөлфәр Көҫәпҡолов) һәм уҡыусыларҙан торған "Һарт" командалары көс һынашты. Ҡолап китеп, баштарын төкөп алһалар ҙа, берәү ҙә һыр бирергә уйламаны көсөргәнешле уйында. Бик күңелле һәм сәмле үткән был "быймаларҙа хоккей" ярышында, урындар түбәндәгесә билдәләнде:
"Салауат Юлаев" - I урын,
"Монасип чемпиондары"- II урын, "Бөркөттәр" - III урын. Уҡыусылар командаһы ла оло ағайҙарынан ҡалышмай уйнап, көйәрмәндәр һөйөүен яулап, "халыҡ киләсәге" номинацияһына лайыҡ булды.
Иң оло уйнаусы - Газин Мансур Динислам улы, Иң яҡшы уйнаусы - Валеев Рәдиф Рәүеф улы, Иң яҡшы һөжөм итеүсе Хәлитов Инсаф Инсур улы, Иң яҡшы һаҡсы кепестән Көҫәпҡолов Зөлфәр ағай булһа , Муллағолов Илгиз Мәхмүтдин улы иң яҡшы голкипер тип табылды. Уйынсыларға миҙалдар, грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Ошо уйынды үткәрешергә ярҙам иткән ауыл старостаһы Көнәфин Рәжәп ағайға, депутат Илгиз Муллағоловҡа, спонсор булған Көҫәпҡолов Зөлфәр ағайҙарға һәм барлыҡ ҡатнашыусы ауылдаштарыбыҙға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. "Хоккей боҙ-майҙансығын биреп, инеп йылынып, кейенеп алырға мөмкинселек биргән мәктәп администрацияһына ла рәхмәтебеҙ ҙур" - тей ауыл старостаһы булған Рәжәп ағай Көнәфин.
Шулай йәмәғәт, баш һау булһын быймалар туҙып торһон, баш һау булһа быймаһы, пүстәк, табылыр...