1. Родителям
  2. Новости
  3. Мәргәнлектә лә һынатманылар

Мәргәнлектә лә һынатманылар

Март 24, 2020 Просмотров: 13

"Башҡортостан" дәүләт ҡурсаулығында "Урал батыр"ҙың ҡышҡы уйындары исемле спорт байрамы ойошторолоуы халҡыбыҙҙың милли рухы, таҫыллығын үҫтереүсе сараларҙың береһе. Был ярышта йәш быуындың ҡатнашыуы бигерәк тә файҙалы. Ә балаларҙың иң яратҡаны – уҡ атыу. Халҡыбыҙҙың ҡанына һеңгән һунарсылыҡ һәм саялыҡ һыҙаттарын балаларҙа тәрбиәләй был спорт төрө. Иҫке Монасип урта мәктәбенән йәш уҡсылар - 10-сы класс уҡыусыһы Әхтәмов Аяз һәм 8-се класс уҡыусыһы Мирасова Алтынай үҙ тиҫтерҙәре араһында яҡшы ғына сығыш яһаны. Һөҙөмтәлә Алтынай “Мәргән уҡсы” бәйгеһендә 3-сө урынды яуланы. Алтынай һәм Аяз – спорт буйынса ярыштарҙа алдынғы урындар яулауҙа тос өлөштәрен индергән уҡыусылар. Ҡыйыулыҡтары, әүҙемлектәре, еңеүҙәре өсөн уларҙы ихлас ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә Уғатар батырҙай мәргән, сая булығыҙ, халҡыбыҙҙың рух һәм батырлыҡ күрһәткесе булған был һөнәр эйәләре булыуҙан туҡтамағыҙ! Афарин!
Уҡыусыларҙы ҡышҡы уйындарға барыуҙа транспорт менән ярҙам итеүсе депутатыбыҙ Муллағолов Илгиз Мәхмүтдин улына, ярышҡа әҙерләүсе директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Йыһанурова Марина Рафаил ҡыҙына, физкультура уҡытыусыһы Азат Әхмәт ул Әйүповҡа рәхмәт белдерәбеҙ!