Дуҫлыҡ күпере
Ҡыштың һуңғы көнөндә Иҫке Монасип урта мәктәбендә "Дуҫлыҡ күпере" сараһы үткәрелде. 9 класс уҡыусылары Ғәлиуллин Илназ Шафик улы етәкселегендә Нәби һәм Тимер филиалдары ның 9 класында белем алыусы уҡыусыларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы.Билдәләнгән ваҡытҡа Нәбиҙән ҡунаҡтар көттөрмәй килеп тә еттеләр.Мәктәп менән танышып алғандан һуң артабан "Шаяндар һәм тапҡырҙар" уйыны башланды.Үҙҙәре менән таныштырғандан һуң уҡыусылар төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирҙеләр,әкиәт сәхнәләштерҙеләр ,уйындар уйнанылар.Айырыуса уларҙың күңеленә квест хуш килгәндәр.Ҡунаҡтар спорт залында уҡтан да атып ҡаранылар.Нәби уҡыусылары бик мәргән икән, тәүгә генә ҡулдарына уҡ-ян тотоуҙарына ҡарамаҫтан сәпкә лә тигеҙҙеләр.Сара сәй табыны һәм күңелле бейеүҙәр менән тамамланды.
Ошондай матур осрашыуҙы ойоштороусы мәктәп администрацияһына,уҡытыусыларға,уҡыусыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ