1. Родителям
  2. Новости
  3. Йөрәк һүҙе

Йөрәк һүҙе

Март 24, 2020 Просмотров: 6

1 март көнө Иҫке Монасип мәҙәниәт йортонда мәктәп балалары һәм ата-әсәләр ҡатнашлығында "Йөрәк һүҙе" шиғыр һөйләүселәр конкурсы үткәрелде. Бәйгелә Туған ил, кеше ғүмере, туған тел, тыныслыҡ ҡәҙере тураһында береһенән-береһе матурыраҡ шиғырҙар яңғыраны. Һәр бер конкурсант әҫәрҙәрҙе үҙ йөрәктәре аша үткәреп тамашасыға еткерҙе. Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев, Рафаэль Сафин, Барый Ноғоманов, Зәки Сөләймәнов һәм башҡа шағирҙарыбыҙҙың әҫәрҙәре яңғыраны. Шиғырҙарҙың эске моңон, авторҙың әйтергә теләгән һүҙен тамашасыға еткереү өсөн тауыш та, артислыҡ һәләте лә, ым-ишара ла ҙур әһәмиәткә эйә. Гран-при яулаусы Гөлдәр Таһир ҡыҙы һәм Айшат Әхтәмовалар шиғыр һөйләгәндә, тамашасы уларҙың артислыҡ һәләттәренә лә, моңло йырына ла ғашиҡ булды. Шиғыр юлдарының ҡайһы берен йырға һалып, тағы ла аһәңлерәк, тәьҫирлерәк итте конкурсанттар. Ярышта Зөһрә Рауил ҡыҙы һәм Миләүшә Көнәфиналар - 1-се урынды, Рәшит Әхмәт улы менән Нурғәле Әйүповтар, Миңлегөл Әбделғәни ҡыҙы менән Айгүзәл Бикмәтовалар - 2-се, Гөлсәсәк Мирза ҡыҙы менән Ҡәҙриә Муллағоловалар, Әнүзә Зәкир ҡыҙы менән Яҙгөл Бурановалар - 3-сө урындар яуланы. Һәр ҡатнашыусыға Иҫке Монасип мәктәбе администрацияһының Маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Был сараны алып барыуҙа мәктәпең 5-се класс уҡыусылары әүҙем ҡатнашты. Йомағолова Илнараның моңло тауышы тамашасыға хуш килде, малайҙар менән ҡыҙҙарҙың бейеү флешмобы, алып барыусы ҡыҙҙар - Маликова Нургизә һәм Йомағолова Илнара бәйгеселәрҙе дәртләндереп сәхнәгә саҡырҙы. Бәйге аҙағында Рәми Ғариповтың "Туған тел" шиғырына флешмоб ойошторолдо. Ата-әсәләр, уҡыусылар, уҡытыусылар һәр башҡорттоң күңеленә үтеп ингән был шиғырҙы бергәләп яттан һөйләне. Бәйгеселәр һәм тамашасылар сараны ойоштороусыларға ихлас күңелдән рәхмәт әйтеп таралышты.