"Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!" бәйгеһе
8 март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы мәктәптә 1-4, 5-7, 8-11 класс ҡыҙҙары араһында "Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!" бәйгеһе үткәрелде.
Башланғыс класс ҡыҙҙары ике командаға бүленеп "оҫта хужабикә", "прическа", "модельер", "оҫтабикә" конкурстарында һынау тоттолар һәм һөҙөмтәлә "Дуҫлыҡ" төркөмө еңеп сыҡты.
5-7, 8-11 класс ҡыҙҙары ла бәйгегә бик әүҙем әҙерләнгәндәр. Сара визитка, төрлө бейеү,йырҙар менән башланып китте. Ҡыҙҙар бирелгән йәшелсәләрҙән салаттар ҙа эшләнеләр, реклама ла күрһәттеләр, ҡамыр баҫып һалма ла йәйҙеләр, төрлө һорауҙарға ла яуап бирҙеләр.
5-7 кластар араһында 3 урынға 5 класс ҡыҙҙары, 2 урынға - 7 класс ҡыҙҙары сыҡһалар, 1 урынды 6 класс ҡыҙҙары яуланы. Ә 8-11 кластар араһында 3 урынға-9 класс, 2 урынға-8 класс, 1 урынға -11 класс ҡыҙҙары лайыҡ тип табылды. Гран-при әлбиттә бөтә төр һынауҙарҙа ла алдынғылыҡты бирмәгән 10 класс һылыуҡайҙарына тәтене. Шулай уҡ "Яҙ гүҙәле - 2019" титулына Йыһанурова Гүзәл лайыҡ тип табылды.
Ошо күркәм сарала әүҙем ҡатнашҡан барлыҡ ҡыҙҙарға,уларҙы әҙерләүҙә күп көс һалған класс етәкселәренә, ойоштороусыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.Афарин!!