1. Родителям
  2. Новости
  3. Иҫке Монасип урта мәктәбендә февраль айында батальондар араһында ярыштар утте.

Иҫке Монасип урта мәктәбендә февраль айында батальондар араһында ярыштар утте.

Март 24, 2020 Просмотров: 17

Иҫке Монасип урта мәктәбендә февраль айында батальондар араһында ярыштар утте. Командалар тигеҙ буленгәндән һуң, ярыштар башланып та китте. 16 февраль көндө егеттәр өсөн “Әрмелә бер көн” тигән сара үткәрелде. Быйыл был сарала 6-сы кластан 11-се класҡа тиклем 21 бала әрме хеҙмәтенең иртәнән алып йоҡларға ятҡанға тиклемге бер көнө тәртибе менән таныштылар.
«Һалдаттар» көн тәртибе буйынса иртәнге һәм киске күнекмәләр, тактик әҙерлек, спорт уйындары, автомат тиреп йыйыу, төрлө нарядтар, маршҡа баҫыу, әрме йырҙарын өйрәнеү кеүек һалдат көндәлегендә булған күнекмәләрҙе ихлас үтәнеләр. Патриотик темаға кино ҡарау, һалдат бутҡаһы ашау буласаҡ ил һаҡсыларына бик оҡшаны.
“Әрмелә бер көн” сараһын ойоштороусылар - география уҡытыусыһы Азамат Ҡотлобаев, физкультура уҡытыусыһы Азат Әйүпов, биология уҡытыусыһы Илназ Ғәлиуллиндар -малай һәм егеттәргә әрме хеҙмәтенең ни тиклем мөһим, яуаплы булыуын аңлаттылар. Сара уҡыусыларға бик оҡшаны.
17 февраль көнө батальон егеттәре араһында волейбол, баскетбол ярыштары үтте. Ул ярыштарҙа 1-се батальон егеттәре еңеүгә өлгәште.
19 февраль көндө егеттәр араһында хоккей ярышы үтте. Ярыш бик сәмле барҙы, көйәрмәндәр ҙә уҙҙәренең батальоны өсөн янып-көйөп торҙолар. Ике яҡ егеттәренең дә көстәре бер тигеҙ ине, әммә ләкин был юлы ла 1-2 мәрәйгә үтеп, 1- се батальон егеттәре еңеу гә өлгәште.
20 февраль көндө “Йәгеҙ әле, егеттәр!” сараһы үтте. Был сарала ир-егеттәр уҙҙәренең һәләттәрен күрһәттеләр. Был сарала егеттәр автомат тиреп ҡороу, автоматтың магазинын тултырыу, турникта күтәрелеу һәм гир күтәреү ярыштарында бик әуҙем ҡатнаштылар. Был сара егеттәргә ныҡ оҡшаны. Сараны ҡыҙҙар уҙҙәрең ҡотлауҙары менән тағы ла матурыраҡ биҙәп ҡуйҙылар.
21 февраль көнө Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡаһарман ауылдаштарыбыҙ иҫтәлегенә ҡоролған обелискҡа венок һалыу тантанаһы үтте. Батальон командирҙары эстафетаға әҙерлекте белдергәндән һуң, батальондар араһында "Зарница" уйыны башланды.
Был ярыш 7 этапта үтте:
1-се этапта - автомат тиреү.
2-се этапта - саңғы ярышы.
3-сө этапта – пневматик мылтыҡта атыу.
4-се этапта - йәрәхәтләнгән дуҫҡа ярҙам күрһәтеү.
5-се этапта - танк шартлатыу.
6-сы этапта - мина эҙләү.
7-се этапта - Ҡыйрат тауын яулау.
Быйыл Ҡыйрат тауын яулауҙа 2се батальон командаһы еңеугә өлгәште. Көйәрмәндәр уҙҙәренең батальоны өсөн береһенән-береһен уҙҙырып янып-көйөп торҙолар.
26 февраль көнө ҡатын-ҡыҙҙар араһында хоккей ярышы үтте. Ярыш бик куңелле үтте. Ҡыҙҙар ҙа, рәхәтләнеп куңел асып, көйәрмәндәргә бик сәмле-дәртле ярыш күрһәттеләр.
Шулай итеп, бөтә балдарҙы һанап сығарғандан һуң, ике команданың да балдары тигеҙ сығып, был ярышта Дуҫлыҡ еңеп ҡуйҙы.
Бөтәһе лә үҙҙәренә дәрт, көс алдылар. Бер-береһе менән эшләргә,бер-береһен аңларға һәм яҡшы дуҫ булырға өйрәнделәр.
Ике батальон “яугиҙарына” командирҙар һәм мәктәп администрацияһы исеменән ҙур рәхмәт!!!