Күсимов уҡыуҙары
Әбйәлил районы Т. Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһында Т.Т.Күсимовтың 110 йыллыҡ юбилейына арналған “Күсимов уҡыуҙары” республика фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Был мәртәбәле сарала Бөрйән районы мәктәптәренән бер төркөм уҡыусылар ҡатнашты. Беҙҙең Иҫке Монасип урта мәктәбенән 8 класс уҡыусыһы Буранов Ильвир ( етәксеһе Буранова З.Т.) "Т.Күсимовтың яу юлы" секцияһында 1-се урын, Байназар урта мәктәбенең 9 класс уҡыусыһы Буранбаева Зилиә (етәксеһе Баязитова Р.Р.) “Т.Күсимов тураһында уҡыусылар ижады” секцияһында 3-сө, 11 класс уҡыусыһы Алтынбаева Зәлиә (етәксеһе Баязитова Р.Р.) “Т.Күсимов образы әҙәбиәттә һәм сәнғәттә” секцияһында “Глубина и многогранность в исследовании” номинацияһында еңеүсе, Иҫке Собханғол төп мәктәбенең 8 класс уҡыусыһы Сәитбаталова Айһылыу (етәксеһе Бикмөхәмәтова Г.Ш.) “Т.Күсимов образы әҙәбиәттә һәм сәнғәттә” секцияһында 3-сө урын алдылар. Уҡыусыларҙы ихлас күңелдән еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә яңы үрҙәр, ижади ҡомар һәм уңыштар теләйбеҙ.
Материал МКУ Бурзянский РОО сайтынан алынды.