1. Родителям
  2. Новости
  3. Район ата-әсәләр йыйылышы.

Район ата-әсәләр йыйылышы.

Март 24, 2020 Просмотров: 25

14 март 2019 йыл Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең тамаша залында Район ата – әсәләр йыйылышы үтте.
Йыйылышта район хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәрипов, хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Айҙар Таштимер улы Әлибаков, мәғариф бүлеге етәксеһе Ришат Булат улы Шәрипов, ауыл хакимиәте башлыҡтары, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, мәктәп етәкселәре, тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫарҙары, социаль педагогтар, йәмғиәт инспекторҙары, ата-әсәләр комитеты рәйестәре ҡатнашты. Беҙҙең Иҫке Монасип ауылы ата-әсәләр комитетынан Хәбир Мәһәҙей улы Йомағолов, Рәмил Наиль улы Көнәфин, мәктәптән социаль-педагог Гөлфирә Азат ҡыҙы Көнәфинә, Вәсилә Әбүкәрәм ҡыҙы Әмирхановалар ҡатнашты. Был сарала ғаиләләргә социаль һәм психологик ярҙам, рухи яҡтан һау – сәләмәт бала тәрбиәләү, ауыр хәлдәге ғаиләләрҙә профилактик ярҙам күрһәтеү кеүек көн-үҙәк проблемалар һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Ришат Булат улы Шәрипов үҙенең сығышында ата – әсәләрҙең, балаларҙың һәм педагогтарҙың мәктәп тормошондағы бәйләнеше, биш көнлөк уҡыу системаһына күсеү һәм “Взлетай” форумы буйынса һөйләп китте.
Артабан йыйылышты эстәлекле сығыштары менән Ләйсән Шәкирйән ҡыҙы Тажитова – Бәлиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау комиссияһының яуаплы секретары, Юлиә Әлфир ҡыҙы Бәхтийәрова – “Ғаилә” үҙәгенең Бөрйән районы бүлеге мөдире, Флүрә Батыр ҡыҙы Мырҙағолова – муниципаль ата- әсәләр комитеты ағзаһы, Иҫке Собханғол урта мәктәбенең үҙидаралыҡ советы ағзаһы, 11Б класс уҡыусыһы, Маликов Айнур, Иҫке Собханғол урта мәктәбенең психологы - Рысьянова Нурия Наил ҡыҙы дауам итте.
Район күләмендә үткәрелеп, традицияға инеп барған йыйылыштан ата-әсәләр, уҡытыусылар, саҡырылған ҡунаҡтар үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә әүҙемләшеү кәрәк тигән ҡарарға килеп, яңы маҡсаттар ҡуйып таралышты.
https://vk.com/album-86756460_261512541