Ағас ултырт та – ғүмер бүләк ит!
Яҙ миҙгеле кешенән етеҙлек, сослоҡ, тырышлыҡ талап итә торған мәл. Эш быуа быуырлыҡ: тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартыу, рәтләү, матурлау, ер ҡаҙыу, тырмау, сәсеү һәм башҡа күңелле эштәрҙе бик тиҙ эшләп өлгөрөр кәрәк. Юғиһә, яҙ көнө һайрашмаһаң, ҡыш көнө – ыңғырашырһың. Иҫке Монасип урта мәктәбендә бына икенсе шәмбе инде өмә үткәрелә. Уҡыусылар, уҡытыусылар, техник хеҙмәткәрҙәр күмәкләшеп мәктәп янын таҙарттылар. Ә 27 апрель көнө республикала барған “Йәшел Башҡортостан” экологик акцияға ҡушылдыҡ. “Ағас ултырт та – ғүмер бүләк ит!” девизы аҫтында үткәрелгән өмәлә мәктәп янына, ауыл мәсете баҡсаһына, тау битендәге аллеяға ҡарағай, ҡарағас ағастары ултыртылды. Был изге эштәрҙә ауылыбыҙҙың старостаһы Көнәфин Рәжәп ағай менән ауылдашыбыҙ Аллабирҙин Рәмил ағайҙар ҙур ярҙам күрһәттеләр: өмәселәргә ҡайнар аш ашатыу өсөн Рәмил ағай аҡса бүлһә, Рәжәп ағай ағас үҫентеләре алып килде. Күмәк эш бик күңелле һәм һөҙөмтәле булды. Ултыртҡан ағастар гөрләп үҫһен, тирә-яҡтарыбыҙ таҙа, матур булһын, йәшеллек еребеҙҙе йәмләһен! Мәктәпкә ярҙам итеүсе Рәжәп Көнәфин, Рәмил Аллабирҙин ағайҙарға ҙур рәхмәт еткерәбеҙ! Өмәлә әүҙем ҡатнашҡан уҡыусылар, уҡытыусылар, техник хеҙмәткәрҙәрҙең тырышлығы бушҡа китмәҫ. Тәбиғәтте һаҡлау – беҙҙең мөһим бурысыбыҙ.