1. Родителям
  2. Новости
  3. Ололарға изгелек итеү - оло мәртәбә.

Ололарға изгелек итеү - оло мәртәбә.

Март 25, 2020 Просмотров: 41

Изгелек эшлә лә һыуға һал - балыҡ белер, балыҡ белмәһә - халыҡ белер, тигән бик хаҡ һүҙҙәре бар халыҡтың. Ололарға изгелек ҡылыу, уларҙан рәхмәт ишетеү бик сауаплы эш. Ауылдарҙа оло йәштәге кешеләр йыш ҡына ярҙамға мохтаж. Уларға ваҡытында ярҙам итеп ебәреү мәктәп балаларының электән килгән изгелекле эше. Улар "тимурсылар" тип аталып, күмәкләп эш башҡарып, оло кешенең донъяһын ялт иттереп ҡайтыуҙары балаларға ла, оло кешегә лә шатлыҡ килтерә.
5-се класс уҡыусылары, класс етәкселәре Айзилә Мөҙәрис ҡыҙы Айытбаева менән бергә, инде 90 йәште ҡыуған Ғәлина Мәрхәбә өләсәйҙең йорт тирәләрен таҙалап, уға ҡыуаныстар бүләк итеп ҡайттылар. Балалар ярҙамды бик ихлас күңел менән башҡарҙы. Мәрхәбә өләсәй йәш сағында мәктәбебеҙҙә ашнаҡсы булып эшләне, тәмле-тәмле аштар бешереп, йылмайып, яратып башҡара торған ине үҙ эшен. Бөгөн уның изгелектәре үҙенә кире ҡайта.
Балалар шулай ярҙамсыл, изгелекле булып үҫһәләр, үҙҙәре лә ихтирамлы булырҙар.