1. Родителям
  2. Новости
  3. Сәхнәлә - "Алтын балта"

Сәхнәлә - "Алтын балта"

Март 25, 2020 Просмотров: 46

Театр - бик мөғжизәле, мауыҡтырғыс донъя. Быйыл илебеҙҙә Театр йылы тип иғлан ителеүе был сәнғәттең мөһимлеген аңлата. Уҡыусылар театр ойоштороп, спектаклдәр ҡуйып, бөтә яҡтан үҫешә: телмәр, фекерләү, тасуири һөйләү, йыр, бейеү һәләттәре һәм башҡа сифаттар формалаша. Үҙҙәре һынландырған образдарҙың характерҙарын өйрәнеп, бала тормошто танып белә, кешелер араһындағы мөнәсәбәттәрҙе аңларға өйрәнә.
5-се класс уҡыусылары Истәкова Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙы етәкселегендә Сәрүәр Суринаның "Алтын балта" әкиәтен сәхнәләштерҙе. Уҡыусылар үҙҙәрен тәү тапҡыр артист итеп тойоп ҡараны, төрлө характерлы персонаждарҙы һынландырып, тормошта алдашыу, ҡомһоҙлоҡ кеүек насар һыҙаттарҙың яҡшыға алып килмәүен аңлатырға тырышты. Һыу Инәһе ролен Динә Көнәфина, Тимербай - Дим Көнәфин, Һыуһылыу - Миләүшә Көнәфина, Бай - Арыҫлан Ғәлин, Байбисә - Алтынай Баймырҙина, Ҡарт - Фәнүз Буранов, Үгәй әсә - Алтынай Абсаләмова, Көнһылыу - Нургизә Маликова, Ҡыуышҡултыҡ - Илнара Йомағолова, Ярымтыҡ ролен Ғәҙилә Муллағолова башҡарҙылар.
Спектаклгә декорацияны рәсем уҡытыусыһы Гөлфирә Көнәфина, технология уҡытыусыһы Кәрим Бикмәтов, эшселәр Йәҙгәр Маликов, Ҡәҙим Муллағоловтар әҙерләне.
Башланғыс класс уҡыусыларына спектакль бик оҡшаны. Афарин, бишенселәр! Киләсәктә тағы ла уңышлыраҡ сығыштар теләйбеҙ!