Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығын илебеҙ халыҡтары ҙур ғорурлыҡ менән байрам итте.
Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығын илебеҙ халыҡтары ҙур ғорурлыҡ менән байрам итте. Беҙҙең Иҫке Монасип урта мәктәбе һәм уның филиалдары ла был оло датаны тантаналы шарттарҙа билдәләне. Мәктәптең бөтә уҡыусылары, уҡытыусылар, ауыл халҡы был көндә һуғыш ветерандарына арнап ҡуйылған обелиск янына йыйылып, дүрт йылға яҡын оҙайлы, ҡан ҡойош һуғышта ҡатнашҡан, унда башын һалған ауылдаш атай-олатайҙарыбыҙҙы иҫкә алып, обелискыға венок һалды.
Иҫке Монасип ауылынан Бөйөк Ватан һуғышына 74 ир-ат китә, уларҙың 34 генә әйләнеп ҡайта. Улар беҙҙең арала юҡ инде. Һуғыш йылы балалары ла бөгөн - оло инәй, бабайҙар.
Шанлы йылдар беҙҙән йыраҡлашһа ла, Бөйөк Еңеүҙең әһәмиәте юғалмай. "Еңеү көнө" йыры аҫтында маршҡа баҫып үткән йәш быуынды ҡарап, күптәрҙең күҙҙәрендә йәштәр күренде. Бынан 74 йыл элек Еңеү көнөндәге шатлыҡ йәштәре әле лә ҡайнар. Ҙур ҡорбандар менән килгән изге көндөң оло әһәмиәте бөгөнгө йәш быуындың күңелендә лә ғорурлыҡ тыуҙырыуы ҡыуаныслы. Зәңгәр күктәрҙе һуғыш һөрөмө ҡапламаһын, донъялар тыныс булһын, тигән теләк һәр кемдең күңелендә.