1. Родителям
  2. Новости
  3. Һабантуй – ул хеҙмәт байрамы, ә беҙҙең хеҙмәт - уҡыу.

Һабантуй – ул хеҙмәт байрамы, ә беҙҙең хеҙмәт - уҡыу.

Март 25, 2020 Просмотров: 37

25 май көнө Арал яланы мәктәп уҡыусыларының шат тауыштарына күмелде, башҡорт халҡының оло байрамы - Һабантуйға йыйылдылар улар. Һабантуй – ул хеҙмәт байрамы, ә беҙҙең хеҙмәт - уҡыу. Тағы ла бер йылды тамамланыҡ. Кемдәрҙер өсөн был йыл ҙур уңыштар килтерҙе, (уҡыуҙа, спортта, йыр-моңда, бейеүҙә, һүрәт төшөрөүҙә ҙур уңыштар яуланы) мәктәп данын яҡланылар.
Һабайтуй – ул дуҫлыҡ байрамы. Һабантуй – ул һәр кемдең көтөп алған изге байрамы. Ҡотло булһын һабан туйҙар!
Һабан туйы, хеҙмәт туйы
Шатлыҡ һәм бәхет туйы
Байрам итәйек көн буйы!
Һабантуй булһын ҡотло,
Бары ла булһын йортло,
Көнөбөҙ торһон имен,
Ырыҫлы булһын тимен.
Мәктәбебеҙҙең директоры Ҡотлобаев Данил Камил улы барыһында һабантуй менән ҡотлап байрамды асып ебәрҙе.
Үҫеп килеүсе йәш быуынға халҡыбыҙҙың йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында төрлө уйындар ойошторолдо. Балалар кемуҙарҙан көршәк ватыу, тоҡ кейеп йүгереү, уҡтан атыу,ат сабышы,волейбол, мини футбол,оҙонлоҡҡа һикереү,тоҡ һуғышы, йомортҡа ташыу, йүгереү,бәйгеләрендә ихлас ҡатнашты. Шулай уҡ Ҡотлобаев Азамат Йәмил улы барыһы өсөндә "Ҡаршылыҡтар аша үтеү" уйыны үткәрҙе. Лайыҡлылар тейешенсә урындар эләктерҙе.Уйындарҙа еңеүсе балалар бүләктәр алып ҡыуандылар. "Һабантуй батыры" исеменә 6 класс укыусыһы Муллағолов Фәнүз, ә "Һабантуй һылыуына " - 9 кластан Сәғитова Мәҙинә лайыҡ булды. Ә мәктәп администрацияһының төп бүләгенә уҡыуҙа ла, спортта ла ал бирмәгән Көнәфин Динис лайыҡ тип табылды.Шулай уҡ ауылыбыҙҙың старостаһы Көнәфин Рәжәп Мостафа улы ике йыл рәттән уҡыу,спорт, йәмғиәт,сәнғәт өлкәләрендә уңыштары өсөн 8 кластан Буранов Ильвирҙы (уҡыу алдынғыһы), 6 кластан Истәкова Сараны(сәнғәт өлкәһендә),10 кластан Әхтәмов Аязды (спорт), 11 кластан Бикмәтов Заһирҙы (йәмғиәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусы) һәм мәктәп, район кимәлендәге сараларҙа иң әүҙем ҡатнашыусы 10 класс уҡыусыларын аҡсалата премия менән бүләкләне. Балалар тәбиғәт ҡосағында ял итеп, көс- дәрт алып таралыштылар.