Иҫке Монасип урта мәктәбе коллективы үҙенең коллегалары Абдуллин Ришат Әмир улының әсәһе, Абдуллина Альмира Ғүмәр ҡыҙының ҡәйнәһе, абруйлы уҡытыусы, хеҙмәт ветераны Абдуллина Шәмсениса Әхмәтшәрип ҡыҙының фани донъяны ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсеү сәбәпле, ау
Март 25, 2020
Просмотров: 52
Иҫке Монасип урта мәктәбе коллективы үҙенең коллегалары Абдуллин Ришат Әмир улының әсәһе, Абдуллина Альмира Ғүмәр ҡыҙының ҡәйнәһе, абруйлы уҡытыусы, хеҙмәт ветераны Абдуллина Шәмсениса Әхмәтшәрип ҡыҙының фани донъяны ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсеү сәбәпле, ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Абдуллина Шәмсениса Әхмәтшәрип ҡыҙы 1926 йылда Нәби ауылында донъяға килә.
Уның атаһы уҡытыусы була, Бөйөк Ватан һуғышына китә, әммә әйләнеп ҡайта алмай. 16 йәшлек Шәмсениса атаһы урынына баҫа һәм Брәтәк ауылында уҡытыусылыҡ эшен дауам итә.Темәс педучилищеһын тамамлап, 40 йылдан ашыу башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй.Йәшлек йылдарында тәүге комсомол ойошмаһы секретары, ВЛКСМ-дың район бюро ағзаһы булып эшләргә лә өлгөрә. Иҫке Монасип ауылына килен булып килгәс, үҙ эшен дауам итә. Эшләгән йылдарында ауыл, район тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ауыл советы депутаты булып һайлана, ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләргә лә уға йөкмәтәләр. Ауыл партия ойошмаһын етәкләй, алмаштырғыһыҙ пропагандист була.
Тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр,улар барыһы ла әсәйҙәре юлынан китәләр , уҡытыусы һөнәрен һайлайҙар.
Эшендә һәм йәмғиәт тормошонда актив ҡатнашҡаны өсөн ул РСФСР Юғары Советының Почет грамотаһы, 1941-1945 йылдарҙағы хеҙмәте өсөн “ Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн” миҙалы менән бүләкләйҙәр. Хеҙмәт һәм тыл ветеранының түшен юбилей миҙалдары биҙәй.
Уҡытҡан уҡыусылары, ауылдаштары, коллегалары Шәмсениса Әхмәтшәрип ҡыҙын һәр саҡ яҡшы уҡытыусы итеп иҫкә алыр.
Мәрхүмдең ҡараңғы гүрҙәре иркен, яҡты, ауыр тупраҡтары еңел булһын. Балаларына, туғандарына түҙемлек, сабырлыҡ насип итһен.