1. Родителям
  2. Новости
  3. Белем байрамы яңы уҡыу йылына башланғыс бирҙе

Белем байрамы яңы уҡыу йылына башланғыс бирҙе

Март 26, 2020 Просмотров: 26

Белем байрамы быйылғы уҡыу йылына 115 баланы үҙ ҡосағына алды. Байрамса биҙәлгән мәктәп майҙаны тағы ла балаларҙың шат тауыштары менән тулды. Тәү тапҡыр мәктәп тупһаһын 8 бала ашатлап үтте быйыл. Байрам менән ҡотлап, Бөрйән районы Хакимиәте башлығы урынбаҫары Ғәзиз Миңлеәхмәт улы Манапов, ветеран уҡытыусылар, ата-әсәләр уҡыусыларға, уҡытыусыларға изге теләктәрен еткерҙеләр.Мәғарифты үҫтҽрҽүҙә ҙур хҽҙмәтҽ һәм мәктәп систҽмаһында оҙаҡ йылдар намыҫлы, һөҙөмтәлҽ эшләгәнҽ өсөн рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Абдуллина Альмира Ғүмәр ҡыҙы, тәрбиәүи һәм уҡытыу эшендә уңыштары өсөн география уҡытыусыһы Азамат Йәмил улы Ҡотлобаев, хужалыҡ эштәрен яҡшы ойоштарғаны өсөн Бикмәтова Айһылыу Рәжәп ҡыҙы район мәғариф бүлеге муниципаль учреждениеһының Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булдылар. Уҡыусыларҙы төрлө конкурстарҙа ҡатнаштырып, район һәм республика кимәлендә призлы урындарға сығарыуы өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Истәкова Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙы, тарих һәм йәмғиәт белеме уҡытыусыһы Буранова Зөлфиә Таһир ҡыҙы, Мәктәбебеҙҙең техник хеҙмәткәре Юлдашева Рәмилә Айытбай ҡыҙы мәктәп администрацияһының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.
Таҙа, яҡты мәктәп бүлмәләрендә тәүге класс сәғәттәре үтте. Ул "Еңеү дәресе" тип аталды. Быйылғы уҡыу йылы тик шатлыҡтарҙан, уңыштарҙан, еңеүҙәрҙән генә торһон