"Таҙа Ағиҙел" акцияһы.
Март 26, 2020
Просмотров: 50
Һәр беребеҙ үҙебеҙҙең тирә-яғыбыҙҙы, йылға-күл буйҙарын таҙа, тәртиптә тоторға тейешбеҙ. Ошо маҡсат менән мәктәптең 5-11 класс уҡыусылары , уҡытыусылар коллективы, мәктәп хеҙмәткәрҙәре " Таҙа Ағиҙел" акцияһына ҡушылды.
Ниһәйәт, һәммәһе лә дәррәү генә Ағиҙел буйына өмәгә йыйылды.Эш барышы менән танышҡас, бөтәһе лә яр буйлап үҙҙәренә тейешле территорияны тиҙ арала сүп- сарҙан таҙартып сыҡтылар. Эш күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды. Ағиҙел буйҙары таҙа, ә беҙ бөтәбеҙ ҙә бик ҡәнәғәт ҡалдыҡ.