Хөрмәтле уҡытыусылар!
Беҙ уҡыған заманда ауылда балалар өсөн уҡытыусы иң абруйлы шәхес һанала, хатта бәғзе берәүҙәр өсөн кумир ҙа ине. Был изге һөнәр эйәләре һәр яҡлап та өлгө булып торҙо. Улар иң хаҡ, намыҫлы, ғәҙел, яҡты, яҡын кеше булып һаналдылар. Шуны әйтеп үтеү мөһим: атай-әсәйҙәр беҙҙең күңелдәрҙән ошо изге тойғоларҙы бысратыуға юл ҡуйманы, беҙҙең алда уларҙың баһаһын төшөрмәне.
Заманалар үҙгәрһә лә, йәмғиәтебеҙҙә уҡытыусы хеҙмәте бүтәнсәрәк баһаланһа ла, был изге һөнәр эйәләре үҙ эшен намыҫлы башҡарыуын дауам итә. Уҡытыусы уҡый-яҙа белмәгән балаларҙы белем иленә әйҙәүсе, ғилемгә, әҙәп-әхлаҡҡа, доньяны танып белеүгә өйрәтеүсе, тарихыбыҙға, телебеҙгә, илебеҙгә һөйөү уятыусы, төрлө яҡлап һәләттәребеҙҙе үҫтереүсе булып тора. Ябай ғына уҡыусынан шәхес булып формалашыуға булышлыҡ иткән, үҙ профессияңды һайларға дөрөҫ юл күрһәтеүсе, мәктәп тупһаһынан оло тормош юлына әҙерләп сығарыусы ла - ул уҡытыусы. Бөгөнгө ауыл уҡытыусыһы әле булһа мәктәп менән үҙ йорто араһында ғына түгел, ә ауыл тормошонда ла ҡайнап йәшәй, уның бөгөнгөһөн булдырыуға, киләсәген хәстәрләүгә үҙ өлөшөн индерә.
Ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙ!!! Ошо тынғыһыҙ эшегеҙҙә сәләмәтлек, сабырлыҡ, талымһыҙлыҡ теләйбеҙ. Үҙ хеҙмәтегеҙҙең баһаһын күреп, уҡыусыларығыҙҙың уңыштарына һөйөнөп, юғары дәрәжәләргә үрләп, балалар һәм ата-әсәләр араһында абруй ҡаҙанып, уларҙың рәхмәтенә өлгәшеп йәшәргә яҙһын.
Әйткәндәй, 3 октябрь Иҫке Монасип ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары мәктәптә һөнәри байрамға арналған сарала ҡатнашып, уҡытыусыларға изге теләктәрен еткерҙе.