"Көҙгө муллыҡ" байрамы
Килеп етте тағы көҙ көнө,
Ябай түгел - көҙҙөң алтыны.
Саған ағастары ғәжәйеп:
Яна ялҡын төҫлө талпынып.
Тәңкә-тәңкә япраҡ ҡойола
Талғын ғына йомшаҡ елдә лә,
Көҙ һаман көҙ ул, күрәһең,
Япраҡ төшә сыуаҡ көндә лә.
Көҙҙөң матур, сыуаҡ көндәренең береһендә мәктәптә 1-11 класс уҡыусылары өсөн "Көҙгө муллыҡ" байрамы үткәрелде.Зауыҡ менән биҙәлгән акт залы билдәләнгән ваҡытта балаларҙың шат тауыштарына күмелде. Уҡыусылар тарафынан әҙерләп килтерелгән йәшелсә,сәскәләрҙән эшләнгән сувенирзар күҙ яуын алһа, төрлө-төрлө салаттарҙан өҫтәлдәр һығылып торҙо.Һәр класс визитка сығышынан һуң сувенир,салаттарҙы яҡлап үттеләр.Ниндәй генә сувенирҙар юҡ бында!Ҡуяны ла,машинаһы ла,йәшелсә емештәр тулы кәрзиндәр ҙә, сәскәле кувшиндар ҙа, топиарийҙар ҙа, бесәй сысҡандары ла -барыһы ла бар бында. Бәйгенең иң матур,иң һоҡландырғыс өлөшө "Көҙһылыуҙар"сығышы булғандыр.Бәйге булғас ,әлбиттә ,еңеусеһе лә, еңелеүсеһе лә була,сәмле ярышта 1-4 кластар араһында 2-се урынға 1,3 кластар,1-се урынға 2 класс лайыҡ булһалар, Гран- при эйәләре тип ,әлбиттә, 4 класс уҡыусылары билдәләнде.Ә 5-11 кластар араһында 3 -сө урынға 7,11 класс, 2-се урынға 6 класс, 1-се урынға 9 класс лайыҡ булдылар. Гран-при, әлбиттә, 5 класта! Бәйге аҙағынан уҡыусылар уйнап- бейеп таралыштылар.