"Хәтер дәресе"
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, тылда эшләгән олатай-өләсәйҙәребеҙҙең батырлыҡтарын оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Ошо уңайҙан Иҫке Монасип урта мәктәбендә Буранова Зөлфиә Таһир ҡыҙы етәкселегендә " Хәтер дәресе" үткәрелде. Сара Ю.Б. Левитандың телмәрен тыңлауҙан һәм М. Кәримдең " Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!" шиғырын уҡыуҙан башланып китте. һәр кем был дәресте ентекле тыңланы, презентациялар күрһәтелде, ғаилә архивында һаҡланған фотоларҙы ҡарап, уҡыусылар үҙҙәре үк олатай-өләсәйҙәре тураһында һөйләп үттеләр. Иҫке Монасип ауылынан һуғышҡа киткән яугирҙәр араһында уҡытыусылар ҙа бар, улар айырым телгә алынды.
Сараның икенсе өлөшөндә тыл ветерандарының хеҙмәте тураһында әңгәмә ҡоролдо, уларҙың да еңеүҙе яҡынайтыуҙа өлөштәре ҙур икәнен иҫбатланылар.
Сара аҙағында ветерандарыбыҙҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдыҡ һәм күмәкләп " Еңеү көнө" йырын йырлап дәресте тамамланыҡ. Хәтер мәңгелек. Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай.