Һөнәре бар - юғалмаҫ Тормошта үҙ һөнәрен дөрөҫ һайлаған кеше бәхетле була. Яратҡан эше менән шөғөлләнеп, уның матур һөҙөмтәләрен күреп, ул көн һайын шатлыҡ тойғоһо кисерә.
Мәктәптә баланың һәләтен асырға, уны үҫтерергә, киләсәктә шул һәләттәренә таянып, һөнәр һайларға өйрәтеү иң мөһим бурыстарҙан һанала. 23 ноябрҙә беҙҙең мәктәптә барлыҡ кластарҙа ла һөнәр һайлау буйынса класс сәғәттәре үткәрелде.
Заман үҙгәрә килә, һөнәрҙәр ҙә үҙгәрә. Компьютер технологияһы үҫешеү менән, яңынан-яы эш төрҙәре барлыҡҡа килә. Әммә кешене эш баҙарынан роботтар ҡыҫырыҡлап сығара башланы. Ошо мәсьәләне өйрәнеүсе белгестәр фекеренсә, тиҙҙән 45 % эш төрөн тимер "кешеләр" башҡарасаҡ. Шундай шарттарҙа нисек юғалып ҡалмаҫҡа? Үҙеңде, ғаиләңде аҫырарлыҡ эш табыу - бөгөнгө иң ауыр мәсьәлә. Бер ваҡытта ла кәрәге юғалмаған һөнәрҙәр ауылда ла бар. Иген үҫтереү, ер, төҙөлөш, баҡса эштәре, мал ҡарау, бал ҡорто тотоу, кешенең көндәлек тормошонда һәр саҡ кәрәк булған тауарҙар етештереү, бала тәрбиәләү, һаулыҡ һаҡлау һәм башҡа эштәр бер ваҡытта ла мөһимлеген юғалтмай.
Үҫеп килеүсе быуынға буласаҡ һөнәрҙәрен һайлау мәсьәләһен мәктәп, ғаилә менән бергәләп хәл итеү яҡшы һөҙөмтә бирә. Баланың һәләтен дә, эш баҙарын да күҙәтеп, уға дөрөҫ йүнәлеш биреү бурысы көнүҙәк булып ҡала.