"Белем марафоны "
11 ноябрҙән 22 ноябргә тиклем Иҫке Монасип мәктәбендә "Белем марафоны "исеме аҫтында башланғыс кластар аҙналығы үтте.Аҙналыҡтың маҡсаты: уҡыусыла танып - белеү,аралашыу, хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен киңәйтеү, һөйләү телмәрен үҫтереү, уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, сәләмәт тормошто пропагандалау.
Аҙналыҡтың планына ярашлы 1-4-се кластарҙа инновацион техник саралар ҡулланып, заман талаптарына тура килгән асыҡ дәрестәр күрһәтелде.Шулай уҡ дәрестәрҙән тыш 1-2-се кластар өсөн "Алтын тирмә" уйыны ,3-4 -селәргә "Күңеллеләр һәм тапҡырҙар клубы ",Нурия Мырҙабай ҡыҙы тарафынан "Беҙ спортты яратабыҙ"исемле саралар үткәрелде."Иң таҙа дәфтәр","Иң яҡшы көндәлек","Иң күп бишле"конкурстары менән бер рәттән "Әкиәт батшалығында ҡунаҡта","Ҡоштар -беҙҙең дуҫтар", мәсетебеҙҙең имам -хатибы ойошторған "Беҙ сәләмәт тормош яҡлы"һүрәттәр конкурстарында ла уҡыусылар ҙур теләк менән ҡатнаштылар.Конкурстар иғлан ителгәс еңеүсеһе лә булалыр.Уҡыусыларға почет грамоталары тапшырылды, мәсеттең имам -хатибы -Бикмәтов Сабит Мәжит улы ла балаларҙы үҙенең матур -матур бүләктәре менән ҡыуандырҙы. Башланғыс класс уҡыусыларына афариндан башҡа һүҙ юҡ.