1. Родителям
  2. Новости
  3. “Һөнәрҙәр илендә сәйәхәт»

“Һөнәрҙәр илендә сәйәхәт»

Март 26, 2020 Просмотров: 25

23 ноябрь көнө Иҫке Монасип урта мәктәбендә башланғыс кластар өсөн “Һөнәрҙәр илендә сәйәхәт» тип аталған класс сәғәттәре үтте. Был сараның төп маҡсаты уҡыусыларҙы төрлө һөнәр исемдәре менән таныштырыу, балаларҙың ҡыҙыҡһыныусанлыҡтарын үҫтереү, хеҙмәт эйәһенә хөрмәт тәрбиәләү, һәр һөнәрҙең мөһим булыуын билдәләп үтеү ине. Уйын формаһында барған сарала балалар бик актив ҡатнашты. Уҡыусылар ике командаға бүленеп үҙҙәренең белемдәрен дә күрһәттеләр, бәләкәй булһалар ҙа, күп һөнәрҙәрҙе белеүҙәре беҙҙе ҡыуандырҙы. Сараның аҙағында балалар йәнһүрәт ҡарап, ҡыуанып, яҡшы кәйеф менән таралыштылар.