1. Родителям
  2. Новости
  3. Бына ниһайәт балаларҙың көтөп алған көнө, хоккей майҙансығын асыу тантанаһы килеп етте.

Бына ниһайәт балаларҙың көтөп алған көнө, хоккей майҙансығын асыу тантанаһы килеп етте.

Март 26, 2020 Просмотров: 26

Бына ниһайәт балаларҙың көтөп алған көнө, хоккей майҙансығын асыу тантанаһы килеп етте. Ябалаҡлап ҡар яуыуы ла ҡамасаулыҡ килтермәне, билдәләнгән ваҡытта мәктәп эргәһе уҡыусыларҙың шат тауыштарына күмелде. Бергәләшеп,һә тигәнсе буйтым ғына яуып һалып ҡуйған ҡарҙан таҙартылып хоккей майҙансығы әҙер булды. Мәктәп директоры Ҡотлобаев Данил Камил улының ҡотлау һүҙенән һуң Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагын күтәреү хоҡуғына физкультура фәне призерҙары Әхтәмов Аяз (11 кл.), Суфиянова Камила (9 кл.),Муллағолов Фәнүз (7 кл.),Йомағолова Яҙгөл (7 кл.) лайыҡ булдылар. Байрам менән тәбрикләп 4- се класс уҡыусылары спорт бейеүе бүләк иттеләр.
Артабан 1-4 класс уҡыусылары өсөн "Күңелле старттар" ярышы үткәрелде. Боҙ майҙансығы асып та хоккей ярышы үтмәһә яҙыҡ булыр ул.
Байрамдың икенсе өлөшөндә "Салауат Юлаев" менән "Ҡыйрат" командалары араһында ҡыҙыу хоккей ярышы уҙҙы. Көйәрмәндәрҙең дәртле тауыштары аҫтында "Салауаттар" тәүге голды ҡаршы ҡапҡаға индереп тә ебәрҙе.Артабан сират "Ҡыйраттарға" ла етте.Шулай итеп тәүге осор 2:1 иҫәп менән "Салауат Юлаев" файҙаһына тамамланды.Икенсе осор улар өсөн тағы ла уңыш килтерҙе.Уйын 3:1 иҫәбе менән тамамланды.Был сәмле ярыштың иң яҡшы уйынсыһы тип 2 гол индереп Көнәфин Динис лайыҡ булды.
Балалар ҡыҫҡа ғына ваҡытта көн - төн тимәй уҡыусыларҙың ялын файҙалы итеп үткәреү өсөн боҙ майҙансығын туңдырыуҙа көс һалған Ҡарағолов Рушан,Ғәлин Айса,Буранов Әлхәм,Бикмәтов Ғәбит,Буранов Даян ағайҙарына ҙур рәхмәттәр әйтеп таралыштылар .Алда әле ҡыштың ике айы ,алда әле үрләйһе үрҙәр,яулайһы еңеүҙәр!